ҺЫН ҠАТЫУ АУЫРЫУЫ, т е т а н у с, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Тыуҙырыусыһы — Clostridium tetani бациллалары (кешенең һәм үлән ашаусы хайуандарҙың эсәктәрендә йәшәгән шартлы патоген микроорганизм); физик һәм химик факторҙар тәьҫиренә тотороҡло споралар барлыҡҡа килтерә. Ауырыу анаэроб шарттарҙа клостридия споралары тәрән йәрәхәттәр эсенә үтеп ингән ваҡытта йоға. Клостридияларҙың үрсеүе һөҙөмтәһендә токсиндар барлыҡҡа килә. Иҫкәртеү: планлы һәм кисектергеһеҙ, йәрәхәтләнеүҙе булдырмау. Кешенең Һ.ҡ.а. Дөйөм (бөтә организм буйлап таралған) һәм урындағы Һ.ҡ.а. айырыла. Инфекция сығанаҡтары: хайуандар һәм кеше; тапшырылыу факторы — тыуҙырыусылар м‑н бысранған тупраҡ. Инкубация осоро: 1—30 көн. Төп симптомдары: сәйнәү мускулдары көсөргәнеше, йәрәхәт урынының тартып ауыртыуы, йотоуҙың боҙолоуы, клоник‑тонуслы тартышыу өйәнәктәре. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (нейролептиктар, миорелаксанттар, Һ.ҡ.а. ҡаршы сыворотка), хирургик һ.б. Өҙлөгөү: пневмония, үпкә шешенеүе, асфиксия һ.б. Башҡортостанда 2005— 06 йй. Һ.ҡ.а. м‑н ауырыған 3, 2009 й. 1 кеше теркәлгән. Хайуандарҙың Һ.ҡ.а. Ауыл хужалығы хайуандарының бөтә төрҙәре, йыртҡыстар һәм ҡоштар бирешеүсән. Инфекция сығанағы: үлән ашаусы хайуандар, уларҙың эсәктәрендә тыуҙырыусы үрсей һәм тышҡы мөхиткә бүленеп сыға. Инкубация осоро: 3—21 көн. Төп симптомдары: үтә ярһыусанлыҡ, ярһытҡыстар тәьҫирендә көсәйгән тән тартышыу һ.б. Диагностика өсөн клиник, эпизоотологик үҙенсәлектәр һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Ауырыған һәм ауырыу хәүефе булған хайуандар ит өсөн һуйырға рөхсәт ителмәй, уларҙың үләкһәләре техник утилләштерелә. Дауалау: медикаментоз (Һ.ҡ.а. ҡаршы антитоксик сыворотка, симптоматик терапия), йәрәхәттәрҙе хирургик эшкәртеү һ.б. Башҡортостанда ваҡ малда Һ.ҡ.а. осрағы 1984 й., һыйыр малында 2000 й. теркәлгән.

У.Ғ.Ҡадиров, Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина