ҺЫЛА (Stizostedion lucioperca), алабуға һымаҡтар отрядының алабуғалар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Европа һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 130 см, ауырлығы 15 кг тиклем. Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яҡтан ҡыҫылған, тәңкәһе ваҡ. Арҡаһы һәм башының өҫкө өлөшө йәшкелт һоро, ян‑яғы аҡһылыраҡ, көрән‑ҡара төҫтәге 8—12 һыҙыҡ бар, ҡорһағы аҡ. Тоноҡ һары арҡа һәм ҡойроҡ йөҙгөстәрендә ҡара таптар була. Ауыҙы ҙур. Тештәре төрән, яңаҡ һәм аңҡау һөйәктәрендә, ҡаҙыҡ тештәре яңаҡ һөйәктәрендә тар рәттәр булып урынлашҡан, эре. Енси яҡтан 3—7 йылда өлгөрә. Апр.—июндә ыуылдырыҡ сәсә. Ҡомло тупраҡлы һай урындарға йәки ҡамыш тамырһабаҡтары аҫтына сәселгән ыуылдырыҡты ата балыҡ һаҡлай һәм күкрәк йөҙгөстәренең хәрәкәттәре ярҙамында һауа м‑н туйындыра. Үрсемлелеге — 100 мең—2,7 млн ыуылдырыҡ бөртөгө. 16 йылға тиклем йәшәй. Йәш балыҡтар планктон ҡыҫала һымаҡтары, балыҡ селбәрәләре, оло Һ. ваҡ балыҡтар м‑н туҡлана. Ҡиммәтле кәсеп балығы. Башҡортостанда ҙур һыуһаҡлағыстарҙа, күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова