ҺЫҠТАУ, башҡорт йола фольклоры жанры, ерләү йолалары ваҡытында башҡарылған һамаҡлап илау. Яуыз көстәрҙе, ауырыуҙарҙы ҡыуыу, йәнде таҙартыр өсөн ҡулланылған һыҡтау магияһына, коллектив ритуаль илауҙарға барып тоташа. Һ. күсмә сакраль акт мәғәнәһенә эйә, тәңреләр м‑н аралашыу ысулы итеп ҡабул ителә. Боронғо төркиҙәрҙә һыҡтап илау йо­лаһына үҙеңде һамаҡлап ғазаплау ритуалы (сәс йолҡоу, биткә яралар һалыу һ.б.) ингән. Башҡорттарҙа борон Һ. жанры булыуын бер нисә фольклор материалы дәлилләй. “Урал батыр” эпосында илау йолаһы телгә алына: “Урал шунда йығылған, /Бөтә кеше йыйылған. /Ил бәхете ине, тип, /Бары һыҡтап илаған.”; Һомай Урал батырҙың үле кәүҙәһе өҫтөндә Һ. әйтә: “Ай, Уралым, Уралым, /Йәнеңә килеп етмәнем, /Аҙаҡ һүҙең ишетеп, /Күңелемде баҫманым...”. Шәғәле Шаҡман бей вафат булыу сәбәпле Һ. тексы һаҡланған: “Беҙҙе ниңә ташлап киттең, /Аҡ шоңҡарҙай атабыҙ? /Ил иламай, кем илар, /Ил эсендә бер инең...” Ырыу башының үлеме килтергән тәрән хәсрәт, ҡайғы уның йәненең үлемһеҙлегенә ышаныу һәм батырлыҡтарына дан йырлау м‑н ҡушыла. Жанр күп халыҡтар фольклорында йәшәй.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; С у л т а н г а р е е в а Р.А. Жизнь человека в обряде. Уфа, 2006.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов