ҺЫЙЫРТЕЛ (Serratula), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, тропик булмаған Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр.

Һабаҡтары төҙ, шырт төклө йәки яланғас тиерлек, бейеклеге 60—150 см тиклем. Япраҡтары сиратлы, ҡыйғас айырсалы, ҡауырһын кеүек теленгән, һирәгерәк бөтөн, аҫҡылары — һаплы, өҫкөләре — ултырма. Сәскәләре ал төҫтә, күп һанлы, көпшәле, ғәҙәттә ике енесле, урамалары йомронан алып йомортҡа‑цилиндр формаһына тиклем. Кәрзинкәләре яңғыҙ йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — төрлө оҙонлоҡтағы төктәрҙән торған күп рәтле өлпөлө орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Эндемик булған Гмелин Һ. болонло һәм төрлө үләнле далаларҙа, урман ситтәрендә, тажлы Һ. — респ. бөтә терр‑яһы буйлап болондарҙа, урман буйҙарында, далаларҙа, бүретырнаҡ япраҡлы Һ., шайтантаяҡ Һ. дала һәм урман‑дала зоналарындағы тоҙло һәм ҡоро болондарҙа, эзбизташлы яланғаслыҡтарҙа үҫә. Составында экдистерондар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы үҫемлектәр.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова