БАРАХАЕВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 118 км алыҫлыҡта Асҡын й. (Төй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 243 кеше; 1920 — 284; 1939 — 291; 1959 — 241; 1989 — 94; 2002 — 148; 2010 — 124 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. башында Бөрө өйәҙендә Пермь губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1865 й. Барахаевский бүлендек ауылы булараҡ теркәлгән (йорттары һәм кешеләре иҫәпкә алынмаған). 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй булған. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика