ҺЫЙЫРСЫЛЫҠ, 1) башҡорттарҙа традицион хужалыҡ системаһында төп шөғөл (ҡара: Хужалыҡ‑мәҙәни типтар). Көньяҡ Уралда Һ. неолит аҙ. барлыҡҡа килгән, был турала Дәүләкән, Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мулла һ.б. тораларҙағы һыйыр малы һәм һарыҡ‑кәзә һөйәктәренең табылдыҡтары раҫлай. Энеолитта төбәктең тәбиғәт‑климат шарттарына (ҡара: Тәбиғәт зоналары) бәйле булған махсуслашыу формалашҡан: Урал янының (Ағиҙел мә­ҙәниәте) һәм Урал аръяғының (Суртанды мәҙәниәте) урман‑дала зонаһында — һыйыр малы һәм йылҡы, дала һыҙатында (Соҡор мәҙәниәте) һарыҡ үрсеткәндәр. Бронза быуатында ҡыуғын көтөүсе Һ. үҫешкән (ҡара: Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте). Иртә тимер быуатта Көньяҡ Уралдың дала өлөшө халҡының хужалыҡ нигеҙе булып күсмә Һ. (ҡара: Күсмә тормош, Савромат мәҙәниәте, Сармат мәҙәниәте), Ағиҙел й. басс. ҡәбиләләренеке (ҡара: Ананьин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте) урман Һ. торған. Урта быуатта Кушнаренко мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте халҡы — ярым күсмә, Бахмут мәҙәниәте халҡы урман Һ. һәм төпләү игенселеге м‑н шөғөлләнгән. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. — 2‑се мең йыллығы башында боронғо башҡорт ҡәбиләләре күсмә Һ. м‑н шөғөлләнгәндәр; күсеп йөрөү урындарының маршруттары Көньяҡ Уралдан алып Арал яны райондарына һәм төньяҡ‑көнсығыш Каспийға тиклем һуҙылған. 10—15 бб. башҡорттар хужалығында күсмә Һ. яйлап ярым күсмә Һ. күсеүе күҙәтелгән. 16 б. уртаһына Урта Урал янында, Кама янында, Ағиҙел һәм Тере Танып йй. түбәнге ағымы басс. башҡорттар күбеһенсә ултыраҡ йәшәү рәүеше алып барған (ҡара: Ултыраҡ тормош), башҡа хужалыҡ эшмәкәрлеге тармаҡтарының (балыҡсылыҡ, игенселек, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре, һунар) әһәмиәте артҡан. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң жалованный грамоталарҙа биләнгән терр‑яларға, ш. иҫ. айырым ҡәбилә һәм ырыуҙарҙың көтөүлек һ.б. ерҙәренә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы хоҡуҡи рәсмиләштерелгән. Ҡышҡы тораларҙың (һуңынан унда ауылдар барлыҡҡа килгән), көтөү­лек ерҙәренең терр‑ялары һәм күсеп йөрөү урындарының маршруттары ырыуҙар, ырыу бүленештәре араһында бүленгән. Көтөүҙәр һәм өйөрҙәр ғаиләләрҙең милке булып һаналған. Яҙҙан көҙгә тиклем мал көтөүлектәрҙә йөрөгән, башҡорт йәйләүҙәренең урыны миҙгел эсендә бер нисә тапҡыр алыштырылған. Ҡыш көнө йылҡы, ҡайһы бер төбәктәрҙә ш. уҡ һарыҡтар (ҡыш уртаһына тиклем) ауыл янындағы тибендә ҡалған; бесәнде башлыса эш аттары, һауын һыйырҙар һәм йәш мал өсөн әҙерләгәндәр. Малды утарҙарҙа аҫрау таралған. Игенселек үҫешеү м‑н күсеп йөрөү урындарына сәсеү эштәре тамамланғандан һуң сыҡҡандар. 19 б. уртаһында йәйләүҙәр башлыса Ырымбур (61 меңдән ашыу кеше), Стәрлетамаҡ (яҡынса 37 мең), Верхнеурал һәм Силәбе (60 мең) өйәҙҙәрендә урынлашҡан, уларҙа Һ. хужалыҡтың төп тармағы булып ҡалған. Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында халыҡтың ҙур булмаған өлөшө (17—22%) малды йәйге көтөүлектәргә ҡыуыуҙы дауам иткән. Башҡорттарҙың Һ. хужалығында йылҡы иң ҙур әһәмиәткә эйә булған, уларҙың һаны айырым ғаиләләрҙә бер нисә меңгә еткән. Башлыса һөт, тире (аяҡ кейеме һәм тиренән эш­ләнгән өй кәрәк‑ярағы яһағандар) алыу өсөн һыйыр; йөнө кейеҙ баҫыуҙа, тула баҫыуҙа һ.б. ҡулланылған һарыҡ (ҡара: Һарыҡсылыҡ); кәзә (дебете — бәйләүҙә, йөнө иҙән балаҫы үреүҙә файҙаланылған) үрсеткәндәр. Башҡортостандың көньяҡ дала райондарында дөйә аҫрағандар, уларҙы йөк ташыу өсөн ҡулланғандар (1850 й. Ырымбур губернаһында яҡынса 800 дөйә иҫәпләнгән). Малы күп булған хужалар көтөүсе яллаған. Көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа һауын йолаһы таралған: хәлле башҡорттар һауын малының бер өлөшөн башҡа ғаиләләргә ваҡытлыса файҙаланыуға биреп торған, ә улар миҙгел аҙағында малды үрсеме м‑н бергә кире ҡайтарғандар, май, ҡорот м‑н түләгәндәр. Малды йорт‑ҡаралтыла аҫрау өсөн япмалы кәртәләр, ер өйҙәр һәм ярым ер өйҙәр (аран), һарайҙар (аҙбар, мал өйө; ҡара: Хужалыҡ ҡаралтылары) төҙөгәндәр. 19 б. аҙ. ер сәйәсәте һөҙөмтәһендә традицион хужалыҡ тармағы булараҡ Һ. әһәмиәте кәмей.

2) Һыйыр малын үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Һ. һөт, һөт‑ит, ит‑һөт һәм ит йүнәлештәре айырыла. Респ. һөт тоҡомдары: голланд, голштин, ҡара‑сыбар тоҡом; һөт‑ит тоҡомдары — бестужев тоҡомо һәм симменталь тоҡом, аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомо, лимузин һ.б. 2007 й. планда билдәләнгән тоҡомдар булып бестужев (дөйөм һыйыр малы һанының 18,9%‑ы), симменталь (32,5%) һәм ҡара‑сыбар (48,3%) тоҡомдар тора.

Өфө губернаһында 1870 й. башлыса шәхси хужалыҡтарҙа тупланған яҡынса 303 мең һыйыр малы иҫәпләнә. Тоҡомһоҙ, түбән продуктлы мал урындағы тәбиғәт‑климат шарттарына яҡшы яраҡлаша, һөттөң ҡуйылығы юғары кимәлдә (4,5% һәм артығыраҡ) була. 1913 й. бестужев тоҡомона ҡараған 9 тоҡом үгеҙе, швиц — 85, симменталь — 17 һәм ангельн тоҡомона ҡараған 40 тоҡом үгеҙе иҫәпләнә. 1917—23 йй. Һ. эпизоотиялар, Граждандар һуғышы, ҡоролоҡ ҙур зыян килтерә. 20‑се йй. алып ауыл хужалығы үҫешә, һыйыр малының һаны арта. 1924 й. тәүге ауыл хужалығы малдарын бонитировкалау үткәрелә, урындағы малды башҡа тоҡомдар м‑н ҡасырыу б‑са тоҡомсолоҡ эше башлана, Арх‑Латыш, Шаровка һ.б. контроль союздары (тоҡом малдарын һайлап алыу, малды бракка сығарыу, дөрөҫ ашатыу һәм тәрбиәләү м‑н шөғөлләнгәндәр) ойошторола. 1928 й. мал һаны 1482,8 мең тәшкил итә, 1925 й. м‑н сағыштырғанда тауар продукцияһының күләме 76,3%‑ҡа арта; респ. башҡа өлкәләрҙән яҡынса 250 тоҡом үгеҙе индерелә, тоҡом үрсетеү хужалыҡтары ойошторола. Коллективлаштырыу барышында респ. 97 малс‑ҡ фермаһы (һыйыр малы — 14,7 мең баш, ш. иҫ. 8,2 мең һыйыр) булдырыла; тагил, бестужев һәм шортгорн тоҡомдары планда билдәләнгән тоҡомдар булып китә; Алағуз, Дим, Көйөргәҙе, Тамъян‑Ҡатай, Таналыҡ, Һә­үәнәк һәм Энәк ит с‑здары ойошторола. 1934 й. тоҡомлап районлаштырыу планына симменталь тоҡом индерелә. 1935 й. Башҡ‑н бестужев малы тоҡомон үрсетеү хужалығы (Архангел, Бәләбәй һәм Иглин р‑ндары; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 1485 кг) ойошторола. Респ. хужалыҡтарында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу ҡулланыла башлай, мал аҙығы базаһын нығытыу б‑са саралар үткәрелә. 40‑сы йй. респ. Һ. юғары үҫеш кимәленә етә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында армияны һәм халыҡты аҙыҡ‑түлек м‑н тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа мал һанын тергеҙеү һәм сифатын яҡшыртыу өсөн к‑здарҙа һәм совхоздарҙа а.х. малдарының продуктлылығын арттырыу б‑са эш алып барыла. 1950 й. һыйыр малының һаны һуғышҡа тиклемге кимәлгә күтәрелә. 1960 й. тоҡом малының өлөшө 91% тәшкил итә. Һ. артабанғы үҫеше ауыл хужалығын механизациялау, мал аҙығы һәм тауар базаларын яҡшыртыу м‑н бәйле. 1990 й. бөтә категориялағы хужалыҡтарҙа һыйыр малының һаны 2415 мең тәшкил итә, ш. иҫ. һыйырҙар — 812,5 мең; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2604 кг. Баҙар иҡтисадына күсеү м‑н дөйөм мал һаны кәмей; 2009 й. 1765,6 мең баш тәшкил итә. Шәхси хужалыҡтарҙа һыйыр малы: 1996 й. — 827 мең баш, 2008 й. — 1080,7, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында—ошоға ярашлы 9,5 һәм 80,8 мең баш. 2008 й. 2298,6 мең т һөт, ш. иҫ. а.х. пр‑тиелары тарафынан — 633,6, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар тарафынан — 1562,0, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан 103,0 мең т һөт етештерелә; а.х. ойошмаларында һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3665 кг тәшкил итә. Юғары һөт һауымы Ауырғазы, Дүртөйлө, Өфө, Тәтешле һ.б. райондарҙың хужалыҡтарында алына (һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 4400—4900 кг). “Башҡортостан” ФДУП белгестәре тарафынан нәҫел үгеҙҙәренең орлоғон криоконсервациялау ысулы эшләнә. Респ. ауыл хужалығы малдарын аҫрауҙың һәм һөт етештереүҙең заманса технологиялары индерелә [Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Артемида” крәҫтиән (фермер) хужалығы, Ауырғазы р‑нының “Агрогалс” ЯСЙ, Учалы р‑нының «“Байрамғол” агрофирмаһы» һ.б.]. Һ. үҫтереүгә һәм һыйыр малының тоҡом сифаттарын камиллаштырыуға П.Д.Буслаев, А.К.Ермолаев, И.Ф.Заянчковский, П.Д.Пшеничный, И.А.Сайгин, Х.Р. Солтанаев, Н.Г.Сорока, П.Т. Тихонов, Т.Ә.Фәритов, Н.Г.Фенченко һ.б. ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы малдарын үрсетеү.

Әҙәб.: Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX в. М., 1979.

И.М.Аҡбулатов, Р.С.Ғиззәтуллин, Ф.Ф.Шәйәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова