ҺЫЙЫРҒОЛАҠ (Verbascum), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: австрия Һ., ҡара Һ., сатырлы Һ. һ.б. Ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, япраҡлы, төклө, бейеклеге 30—150 см. Япраҡтары сиратлы, киртләсле йәки ҡуш киртләсле, ғәҙәттә төклө; тамыр яны япраҡтары оҙонса йомортҡа йәки оҙон эллипс һымаҡ, аҫҡы һабаҡ япраҡтары һуҙынҡы эллипсҡа оҡшаш, һаплы, өҫкөләре — ланцет формаһында, осло, ултырма. Сәскәләре яңғыҙ йәки шәлкемдәрҙә урынлашҡан, аҡһыл һары, ҡуйы ҡыҙыл‑зәңгәр күк төҫтә, тәлгәш йәки башаҡ кеүек сәскәлектәргә йыйылған. Июнь— авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Далаларҙа, йылға туғайҙарында, уба битләүҙәрендә, урман ситтәрендә, ҡоро болондарҙа үҫә, рудераль үҫемлектәр булараҡ респ. бөтә терр‑яһы буйлап осрай. Дарыу үҫемлеге булған айыу Һ. составына лайлалар һәм сапониндар инә, медицинала ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Миләүшә Һ. баҡсаларҙа үҫтерелә.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова