ҺЫҘА, с а ғ ы л л ы ҡ, һөҙәк‑батынҡы төбө, яйлап һыу айырғыс аралыҡтарға күсеүсе ҡалҡыу битләүҙәре булған үҙән. Оҙонлоғо 100 м алып 30 км тиклем, тәрәнлеге 15 м тиклем, киңлеге 5 м алып 150 м тиклем. Ҡоро йәки ваҡытлы һыу ағымы булған Һ. айырыла. Битләүҙәре һәм төбө кәҫләнгән, ҡыуаҡлыҡ һәм урман м‑н ҡапланған. Һ. йырындар үҫешенең һуңғы стадияһы, һирәгерәк боронғо йылғаларҙың үҙгәргән үҙәндәре булып тора. Һ. ҡалҡыу­лыҡтар һәм тигеҙлектәр өсөн хас, уларҙа үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре, реликттар һәм эндемиктар һаҡланған. Башҡортостанда Һ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында (боролмалы йырҙалар күренешендә була), Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарында, Өфө яйлаһының көнбайышында һәм Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегендә (ваҡытлы һыу ағымы бар) таралған.

Әҙәб.: Р о ж д е с т в е н с к и й А.П. Новейшая тектоника и развитие рельефа Южного Приуралья. М., 1971.

И.М.Япаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов