ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ, автоматлаштырылған режимда эшләгән һәм бер идара итеү системаһы булған технологик һәм ярҙамсы ҡорамалдар йы­йылмаһы. Һ.п.с. ойошторолоуы б‑са автоматлаштырылған һығылмалы линиялар, участкалар һәм цехтар айырыла. Һ.п.с. составына һығылмалы производство модулдәре (тейешле формалағы деталь алыу өсөн), автоматлаштырылған складтар (әҙерләмәләрҙе, изделиеларҙы, йыһаздарҙы, инструментты һаҡлау өсөн), ташыу ҡоролмалары, ш. иҫ сәнәғәт роботтары, инә. Һ.п.с. идара итеү локаль селтәр режимында эшләгән персональ идара иткән электрон хисаплау машиналары ярҙамында башҡарыла. Һ.п.с. етештерелгән изделиеларҙың номенклатураһын, сығарыу күләмен, технологик процестағы операцияларҙың эҙмә‑эҙлеген, эштән туҡтаған ҡорамалдарҙың составын һ.б. үҙгәртергә мөмкинлек бирә. 20 б. 70‑се йй. аҙ. ӨАИ‑ла (ҡара: Авиация техник университеты) Башҡ‑н пр‑тиелары өсөн Һ.п.с. әҙерләү технологияһы эшләнә (В.И.Дерябин, Р.Р.Заһиҙуллин, С.И. Куликов, Ю.В.Рябов һ.б.). 80‑се йй. “Искра” з‑дында шунда уҡ сығарылған роботтар базаһында һалҡын штамплау өсөн респ. 1‑се Һ.п.с. төҙөлә. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла “Гидравлика” ФДУП‑ы м‑н берлектә һы­ғылмалы производство модулдәре өсөн диагностика комплексы эшләнә (ҡара: Станоктар системаһын диагностикалау).

Ю.В.Рябов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов