ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР, ҡатмарлы формалағы ҙур габаритлы изделиеларҙы индукцион ысул м‑н йылытыр өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Йылылыҡ үткәрмәгән көплөк эсендәге ток үткәргес м‑н уратып алынған, тышҡы диам. 25—30 мм, оҙонлоғо 10—25 м булған гофрировкалы шлангынан ғибәрәт; үткән ток йышлығының диапазоны 50—10000 Гц. Остарына ток сығанағына һәм һыуыта торған һыу магистраленә тоташтырыу өсөн металл ослоҡтар беркетелгән. Йылытыу процесында туранан‑тура Һ.и. геом. үҙгәртеү иҫәбенә т‑раны көйләргә мөмкинлек бирә. Үткәргес торбаларҙы, нефть эшкәртеү, химия, энергетика ҡулайламаларының һауыттарын (пар ҡаҙаны барабандары, химия реакторҙары, ректификация колонналары һ.б.) монтажлағанда йәки ремонтлағанда деталдәрҙе һәм иретеп йәбештерелгән урындарҙы термик эшкәртеү өсөн файҙаланыла. 1985 й. ӨАИ‑ның иретеп йәбештереүҙең махсус ысулдары лаб. (ҡара: Авиация техник университеты) ток үткәргесенең арҡыры киҫелеше майҙаны 10 тапҡырға һәм массаһы 5 тапҡырға бәләкәй булған Һ.и. эшләнгән (Ф.Б.Ғәниев, Р.Ә. Зарипов). 1992 й. алып Һ.и. “Унитех” ҒПП‑нда (Өфө) етештерелә, БР, РФ‑тың башҡа төбәктәренең, Беларус Респ., Украина пр‑тиеларында ҡулланыла.

Ф.Б.Ғәниев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов