ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ, һүҙҙәрҙең абстрактлаштырылған грамматик мәғәнәһе, морфологик категорияларының составы һәм үҙенсәлектәре, һөйләм составында синтаксик функциялары м‑н айырылған лексик‑грамматик төркөмө. Һ.т. классификациялағанда реаль ысынбарлыҡтың предмет һәм күренештәрен сағылдыра алыу һәләте; грамматик категорияларҙың булыуы һәм факторы; тел системаһында һүҙьяһалыштың роле иҫәпкә алына. Хәҙ. башҡорт телендә һүҙҙәр 5 класҡа бүленә: контекста һәм һөйләмдән тыш билдәле мәғәнәгә эйә булған һәм һөйләмдең айырым киҫәктәре синтаксик функцияһын үтәгән үҙаллы Һ.т. (исем, сифат, алмаш, һан, ҡылым, рәүеш); төрлө грамматик мәғәнәләрҙе белдергән һәм һөйләмдә йәки һөйләм киҫәктәрендә һүҙҙәрҙе бәйләү өсөн хеҙмәт иткән ярҙамсы Һ.т. (теркәүес, бәйләүес, киҫәксә); модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар һәм оҡшатыу һүҙҙәре.

Әҙәб.: З ә й н у л л и н М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. Өфө, 2005.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов