ҺУНДАР, 2—4 бб. Көньяҡ Урал яны, Урал аръяғы далаларында, Урта Азияның көнбайыш райондарында барлыҡҡа килгән төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Һ. нигеҙен хунну монгол ҡәбиләһенең төньяҡ тармағы тәшкил итә. Шулай уҡ уларҙың барлыҡҡа килеүендә массагеттар, саҡтар, сарматтар, уғырҙар һ.б. күсмә ҡәбиләләр (ҡара: Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Сармат мәҙәниәте) ҡатнаша. 4 б. 70‑се йй. Һ. Көнсығыш Европаға баҫып инә һәм Халыҡтарҙың бөйөк күсенешенә башланғыс бирә. 4 б. аҙ. — 5 б. 1‑се ярт. Волга й. алып Дунай й. тиклем терр‑яны биләгән Һундар дәүләтен барлыҡҡа килтерә. Аттила идара иткән осорҙа (434— 453) Һундар дәүләтенең ҡеүәте үҫә. Һ. Көнсығыш һәм Көнбайыш Рим империяһына даими рәүештә хәрби походтар ойоштора, 451 й. Каталаун яланында “халыҡтар алышы” тип аталған иң ҙур алыш була. Аттила үлгәндән һуң (453) Һундар дәүләте тарҡала. Һундар берләшмәһенә ингән ҡәбиләләрҙең бер өлөшө Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына, икенсе өлөшө Урал буйына күсә.

Һ. тормошонда хәрби походтар төп роль уйнай: яңы ерҙәр яулап алына, ҡалалар юҡ ителә, әсирҙәр, мал‑тыуар, төрлө затлы әйберҙәр һ.б. мөлкәт баҫып алына, ш. уҡ буйһондоролған ҡәбиләләрҙән яһаҡ йыйыу ойошторола. Уларға күсмә малсылыҡ, һунар хас булған. Көньяҡ Уралда Һ. ерләү ҡомартҡыларын ҡурғанлы ҡәберлектәр (ҡара: Әхмәр ҡәберлеге II, Оло Ҡараған ҡәберлеге, Дербенёв ҡурғандары, Сәлих ҡурғандары һ.б.) тәшкил итә. Мәйеттәр салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән, баш һөйәктәре формаһын яһалма үҙгәртеү асыҡланған. Ҡәбергә бронза ҡаҙандар, ҡорал (бронза ҡылыстар, уҡ башаҡтары), бил ҡайыштары (бронза пластинкалар, сулпылар, фибулалар), биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, ярым ай формаһындағы һырғалар, бронза һәм быяла муйынсаҡтар) һалынған. Бахмут мә­ҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте халыҡтары компоненттарының береһе булып торған. Һ. Урал яны һәм Урта Волга буйының этномәҙәни үҫешенә (башҡорттар, удмурттар, сыуаш­тар һ.б. этногенезы) йоғонто яһай.

Әҙәб.: Б о т а л о в С.Г., Г у ц а л о в С.Ю. Гунно‑сарматы Урало‑Казахстанских степей. Челябинск, 2000; С у н г а т о в Ф.А. Гунны в Волго‑Уральском регионе История татар с древнейших времен. Т.1. Казань, 2002.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков