ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ, тәбиғәтте файҙаланыуҙың һунар итеү хайуандарын һәм улар йәшәгән мөхитте (һунарсылыҡ биләмәләрен) дөйөм хоҡуҡи, иҡт. һәм фәнни‑техник нигеҙҙә тотороҡло файҙаланыуҙы, һаҡлауҙы һәм тергеҙеүҙе тәьмин иткән тармағы. БР урман хужалығының Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән Һ.х.; башҡа һунарсыларға беркетелгән һунарсылыҡ биләмәләре; дөйөм ҡулланылыштағы (һунар итеү ҡағиҙәләре б‑са бөтә граждандарға һунарсылыҡ рөхсәт ителгән дәүләт резервы фонды биләмәләре) Һ.х. айырыла. Һунар биләмәләренең билдәләнгән сиктәрендә һунар хайуандарын файҙаланыу, һаҡлау б‑са билдәле хоҡуҡтары һәм йөкләмәләре булған физик йәки юридик шәхес һунарсы була ала. Ҡырағай хайуандарҙың ҡиммәтле тиреле төрҙәренә (тейен, аҫ, аҡ ҡуянға, һоро ҡуянға, һыуһарға, төлкөгә, америка шәшкеһенә, ондатраға, көҙәнгә), ҡурпысыҡҡа, һуйырға, күгәрсендәргә, селгә, ҡорға, һоро айыуға һ.б. һунар рөхсәт ителгән. БР‑ҙың һунарсылыҡ биләмәләре 13652,2 мең га (юридик шәхестәр — 6498,4 мең га, шәхси эшҡыуарҙар — 63,2, дәүләт резервы фонды — 7090,6) тәшкил итә.

Т.Х.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов