ҺУНАР ЙӘНЛЕКТӘРЕ, балыҡсылыҡ һәм һунар объекттарына индерелгән төрҙәр. Кәсеп һунары хужалыҡ, спорт, фәнни һәм мәҙәни маҡсаттарҙа алып барыла. Һ.й. — экосистемаларҙың мөһим компоненттары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары һанын туҡтатып тороуҙа ҡатнаша; ите, ҡиммәтле тиреһе, майы, туң майы һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда төп Һ.й. булып аҡ ҡуян, бүре, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, көйөлдө, ҡаҙ, ҡор, өйрәк, һуйыр һ.б.; балыҡ тотоу кәсебе объекттары булып алабуға, борош, карп, ҡарабалыҡ, ҡорбан, опто, сабаҡ, суртан, һаҙан һ.б. тора. 20 б. башынан ҡиммәтле балыҡ төрҙәрен климатҡа яраҡлаштырыу һәм үрсетеү тормошҡа ашырыла; 1935 й. башлап һунар имеҙеүселәре, 1940 й. — ҡоштары һаны һәм продукттарын әҙерләү күләме т‑да статистик мәғлүмәттәр йыйыу алып барыла. 1979 й. башлап йыл һайын Һ.й. комплекслы һәм төрҙәр иҫәбе үткәрелә, материалдары Тирә‑яҡ тәбиғәт мөхите т‑да Дәүләт докладында баҫтырыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Һ.й. яҡынса 30 һирәк төрө (ала ҡаҙ, боған, ҡыҙыл өйрәк, һоро ағуна, европа шәшкеһе, ҡама һ.б.), шуларҙың 10‑дан ашыу төрө (туғаҙаҡ, европа бәрҙеһе, йылға бағыры, ҡыҙыл балыҡ һ.б.) ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова