ҺУНАР, ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштар тотоуға нигеҙләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге формаһы. Башҡорттарҙа традицион кәсеп. Һунар итеү системаһы Башҡортостандың тәбиғәт‑климат үҙенсәлектәренә (ҡара: Тәбиғәт зоналары) һәм хужалыҡ итеү традицияларына бәйле булған. Актив (эҙәрлекләү, ҡыуып индереү, ҡамау, яралау) һәм пассив (ҡапҡан һалыу, тотҡарлау йәки яралау тоҙаҡтарын файҙаланыу) Һ. төп формалары булған; Һ. алымдары һәм ҡоралдары ылыҫлы урман (төньяҡ һәм үҙәк төбәктәрҙә), дала (көньяҡ төбәктәрҙә һәм Урал аръяғында) шарттарына тура килгән. Тәүге ҡарҙан һуң ат менеп (көньяҡ, көньяҡ‑көнбайыш һәм Урал аръяғында), боҙлауыҡта (ҡыр кәзәһенә, боланға һәм мышыға) йәки ҡалын ҡарҙа (төлкө, бүре, һеләүһенгә) саңғыларҙа эҙәрлекләгәндәр. Ҡуян, шәшкегә, бурһыҡҡа, һыуһарға эттәр, айыуға таҙғаҡ йәки айыу һөңгөһө м‑н һунар иткәндәр. Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә, бүрегә, ҡыр ҡаҙҙарына һәм өйрәктәренә ҡоштар (бөркөт, ыласын, ҡарсыға һ.б.) ярҙамында Һ. итеү булған. Төрлө тоҙаҡтар: соҡор ҡаҙыу, ҡапҡан (тәпе, һауыт) һалыу, үҙенән‑үҙе атылған уҡтар (атма) м‑н һунар итеү иң ябай, пассив Һ. формаһы булып һаналған. Төлкө һәм ҡуян йөрөгән һуҡмаҡтарға тоҙаҡ һалғандар, айыуға солоҡ ағасы янына ҡатмарлы конструкциялы ау (баҡма) ҡуйылған. Ҡоштар тотоу өсөн япмалар (әүендәр), селтәрле туҡымалар файҙаланылған. Оҙонлоғо 1,5 м тиклем булған йәйә (ҡайындан йәки ҡараманан яһалған ябай ян, ҡайын һәм шыршы пластиналарынан эшләнгән туҙ йәбештерелгән ҡушма әҙернә), төрлө типтағы уҡ (һө­йәк ҡыҫалы, тимер йәки һөйәк башаҡлы), киҫтән, суҡмар, мылтыҡ (саҡматашлы, 19 б. 2‑се ярт. башлап пистонлы йәки берданка), бысаҡ, аҙыҡ‑түлек йәки кейек итен йөкмәү өсөн алап Һ. кәрәк‑ярағын тәшкил иткән. Төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш райондарҙа һунарсылар (аусылар) йылҡы, һыйыр йәки болан ботонан һыҙырып алынған тиренән эшләнгән һыу үткәрмәгән аяҡ кейеме (бышымлы ҡынйыраҡ) кейгәндәр.

Юғары баһаланған ҡиммәтле йәнлектәр (шәшке, һыуһар, аҫ, төлкө һ.б.) тиреһе башҡа илдәр һәм халыҡтар м‑н сауҙа итеүҙә (ҡара: Каруан сауҙа юлдары) алмашыу предметы булған, яһаҡтың төп өлөшөн тәшкил иткән. Һунар ерҙәре общиналар араһында бүленгән һәм туғандаш ғаиләләр төркөмө ҡарамағында булған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Көньяҡ Уралға һәм Урал буйына күскенселәрҙең (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) әүҙем күсеүе, тау сәнәғәте һәм игенселек үҫеүе һөҙөмтәһендә урмандар майҙаны тарая һәм һунар кәсебе кәмей барған.

Әҙәб.: М у л л а г у л о в М.Г. Соколиная охота у башкир. Өфө, 2013.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. М.Х.Хужин