ҺУНАҒАРА, й ы л а н ы л а с ы н ы (Circaetus gallicus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла һәм Африкала та­ралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—72 см, ауырлығы яҡынса 600 г, ҡанат йәйеме 155 см тиклем. Ҡауырһыны көрән, ҡорһағы аҡ төҫтә. Түшендә, ҡорһағында һәм ҡанаттарында ҡара сыбарлыҡтар бар. Башы ҙур, йомро. Күҙҙәре асыҡ һары, суҡышы ырғаҡҡа оҡшаған. Аяҡтары оҙон, ныҡлы мөгөҙ пластинкалар м‑н ҡапланған, бармаҡтары ҡыҫҡа, бөгөлгән осло тырнаҡтары була. Ҡойроғо оҙон, 3 (һирәгерәк 4) арҡыры ҡара һыҙат бар. Моногам. Ҙур булмаған ояһын ағас сатырҙарында, ҡаяларҙа ботаҡтарҙан яһай. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла йәшкелт аҡ төҫтәге 1 йомортҡа була. Күбеһенсә инә ҡош 46—48 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Башлыса йыландар, һирәк осраҡта тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, кимереүселәр, бөжәктәр, ҡоштар м‑н туҡлана. Дымлы ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. БР‑ҙа тау‑урман зонаһының көньяғында һәм урман‑дала зонаһында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова