ҺУНА ӨЙРӘК (Anas platyrhynchos), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош (ҡайһы берҙәре ҡышлай). Кәүҙә оҙонлоғо 51—62 см, ауырлығы 730—1750 г, ҡанат йәйеме 80—100 см (ата ҡош эрерәк). Ҡауырһыны ҡара‑һоро таптар м‑н сыбарланған көрәнһыу ерән төҫтә (яҙ көнө ата өйрәктең башы һәм муйыны ҡараһыу йәшел, арҡаһы һәм ҡорһағы аҡ, ҡойроҡ өҫтөндә йомроланған ҡара ҡауырһындары була). Суҡышы ҙур түгел, ян‑яғы ҡара таптары булған һорғолт һары (ата ҡоштоҡо — һары‑йәшел, тапһыҙ), ситтәре ҡыҙғылт һары йәки һары; ҡанатында аҡ ҡайма м‑н уратып алынған зәңгәр күк көҙгөһө бар. Аяҡтары ҡыҙғылт һары йәки һарғылт төҫтә. Моногам. Ояһын ҡамыш, күрән араһында, яр буйындағы ҡыуаҡтарҙа, һирәкләп болондарҙа, урмандарҙағы ағастарҙа, ағас ҡыуыш­тарында, йыртҡыс ҡоштарҙың, ала ҡарғаларҙың иҫке ояларында һ.б. ерҙәрҙә ҡора; үлән, мамыҡ түшәй. Ояла йәшкелт аҡ төҫтәге 6—8 (12‑гә тиклем) йомортҡа була. Инә ҡош 22— 29 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Умыртҡаһыҙҙар (бөжәктәр, моллюскылар һ.б.), үҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре, бүлбеләре, орлоҡтары м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап осрай. Спорт һунары объекты.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова