ҺУЛТАНТИМЕР ҠУРҒАНЫ, 5—7 бб. археологик ҡомартҡыһы. Йылайыр р‑ны Һултантимер а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Үтәштау ҡалҡыулығында урынлашҡан. 1992 й. асылған, 1996 й. Ф.А. Сөнғәтов тарафынан тикшерелгән. Таш ҡатыш тупраҡ өйөмөнән (диам. 8 м, бейеклеге 0,6 м) ғибәрәт, унан осонда таш ҡатыш тупраҡ түшәлгән майҙансыҡтар (диам. 2 м) булған дуға формаһындағы 2 таш түшәмә (“мыйыҡтар”; оҙонлоғо 52 м һәм 58 м, киңлеге 1 м, бейеклеге 0,1—0,3 м) һуҙылып китә; көнсығыш яҡтағы өйөмдөң уртаһында таш стела (бейеклеге 1,2 м) табылған. Мәйет ҙур таштар м‑н ҡапланған тәрән булмаған тура мөйөшлө соҡорҙа ерләнгән. Керамика яҫы төплө груша (ауыҙы ҡабарын­ҡы) һәм ваза формаһындағы (иҙелмәгә ҡом һәм шамот ҡушылмаһы һалынған) биҙәкһеҙ һауыттарҙан ғибәрәт. Өс ҡырлы һаплы тимер уҡ башаҡтары, һаҙаҡ элмәге, ауыҙлыҡтар, күсәр табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләрҙең күсеп ултырыу процесын сағылдыра.

Ф.А.Сөнғәтов

Тәрж. Д.К.Үзбәков