ҺУЛТАНТИМЕР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Яманһаҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 61 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 116 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 188 кеше; 1920 — 248; 1939 — 47; 1959 — 323; 1989 — 286; 2002 — 300; 2010 — 250 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1650) Орск өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 19 йортта 96 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов