ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН КИТАПХАНА. Өфөлә урынлашҡан. 1949 й. 18‑се ҡала китапханаһы (1938 й. алып күреү б‑са инвалидтарҙы хеҙмәтләндергән) нигеҙендә Һуҡырҙар өсөн респ. махсус китапханаһы булараҡ ойошторола. БР‑ҙың Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдары, башҡа ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа 23 китапхана пункты бар. Китапхана фондында 165 мең һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. магнит таҫмалы (“һөйләүсе”) 83 мең китап; ҡабарынҡы нөктәле шрифт (Брайль системаһы б‑са) м‑н баҫылған 62 мең китап; урыҫ, башҡорт, татар, инглиз, немец телдәрендә ҙурайтылған шрифтлы һәм яҫы баҫылған 18,5 мең китап; 100‑ҙән ашыу электрон баҫма; 1 меңдән ашыу грампластинка; 160‑ҡа яҡын ваҡытлы баҫма төрө һаҡлана (2003). Йыл һайын 4 меңдән ашыу уҡыусы, ш. иҫ. өйҙә һәм ситтән тороп уҡыу абонементтары б‑са хеҙмәтләндерелә. 1992 й. башлап башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡабарынҡы нөктәле шрифт м‑н баҫылған китаптар нәшер ителә, 2003 й. алып улар иллюстрациялана; “һөйләүсе” китаптар яҙып алына, реставрациялана һәм күпләп баҫтырыла. Яҙыусылар һәм шағирҙар м‑н осрашыуҙар, китап уҡыусылар конференциялары, әҙәби‑муз. кисәләр, ҡысҡырып уҡыу түңәрәктәренең дәрестәре үткәрелә. 2000 й. башлап БР‑ҙа инвалид эштәре б‑са методик үҙәк булып тора. Һ.ө.к. м‑н БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Ю.И.Босов, Л.Н.Гагилева, Е.А.Ионина, Ф.Ғ. Мостафина, А.Н.Спиридонов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Л.Н.Гагилева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова