ҺУҠЫР КҮБӘЛӘК, һуҡыр йөнтәҫкәй (Smerinthus caecus), күбәләктәр отрядының балғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Көнсығыш Европала һәм Азияның төньяҡ өлөшөндә таралған. Ҡанат йәйеме 70 мм тиклем, алғылары — тар, оҙонса, аҡһыл һоро, ҡара таплы һәм тулҡынланып торған һыҙыҡлы ҡыҙғылт көрән күк төҫтә; артҡылары — ҡыҫҡа, алһыу, ҡара таплы һәм зәңгәр ҡаймалы. Инә Һ.к. үлән кеүек үҫемлектәргә йәки ағас япраҡтарына йоморт­ҡа һала. Ҡарышлауыҡтары һарғылт йәшел, ян‑яғында аҡ төрткөләр һәм аҡһыл һыҙыҡтар бар, талда, һирәгерәк тирәктә үҫешә. Тупраҡта ҡурсаҡлана; ҡурсаҡтары ҡуйы көрән төҫтә, оҙонлоғо 35 мм. БР шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡурсаҡ стадияһында ҡышлай. Күбәләктәр май—июлдә оса башлай, эңерҙә әүҙем. Оло бөжәктәр үҫемлек сәскәләренең таты, ҡарышлауыҡтары япраҡтар м‑н туҡлана. Бөрйән, Көйөргәҙе, Әлшәй р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.А.Книсс, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова