ҺУҠАЙЛЫ, йылға, Ашҡаҙар й. уң ҡушылдығы. Фёдоровка р‑ны Юрматы а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта башлана. Фёдоровка, Стәрлетамаҡ, Мәләүез р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Ашҡаҙар й. (тамағынан 24 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо96км,басс.майҙаны 1080 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүе сиктәрендә урынлашҡан, карст үҫешкән. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы һәм икенсел ваҡ япраҡлы урмандарҙан, йыуылған ҡара тупраҡтағы далаларҙан тора. Басс. 8%‑ын урман ҡаплаған, 70%‑ҡа тиклеме һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Үләй, Ҡараған, һул — Ташлайыр.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев