ҺУҒАРЫУЛЫ ИГЕНСЕЛЕК, а.х. культураларын һуғарыу шарттарында үҫтереү. Ҡоролоҡло һәм йылдың айырым осорҙарында дым м‑н етерлек тәьмин ителмәгән райондарҙа барлыҡҡа килгән игенселек төрҙәренең береһе. Һуғарыулы ерҙәрҙә а.х. культураларының уңдырышлылығы һуғарылмай торған ерҙәргә ҡарағанда 2— 3 тапҡырға юғарыраҡ була. Һуғарыу (вегетация һуғарыуы, дымға туйындырыу һ.б.) төрлө ысулдар м‑н (бураҙналар буйлап, яһалма ямғыр яуҙырып һ.б.) башҡарыла, уны үткәреү өсөн һуғарыу системалары төҙөлә. Башҡортостан терр‑яһында ҡоролоҡтоң ихтималлығы бөтә ауыл хужалығы зоналарында, айырыуса Урал аръяғы дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында юғары. БР‑ҙа һуғарыулы ерҙәрҙең майҙаны 35,5 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. 0,5%‑ы — ауыл хужалығы ерҙәре, һуғарыу яҡынса 20 мең га майҙанда үткәрелә (2012). Һуғарыулы ерҙәр респ. 30 адм. районында урынлашҡан. Иң ҙур майҙандары Өфө (5161 га), Хәйбулла (5015 га) һәм Әбйәлил (3840 га) р‑ндарында тупланған. Һуғарыулы ерҙәрҙәге сәсеүлек майҙандары структураһында мал аҙығы культуралары — 64,2% (шуларҙан күп йыллыҡ үләндәр — 58,6%), иген культуралары — 23,9%, йәшелсә культуралары — 4%, картуф — 3,7%, шәкәр сөгөлдөрө — 1,4%, емеш культуралары 2,8% тәшкил итә. Һуғарғанда уңдырышлылыҡ (ц/га): ике сабымда күп йыллыҡ үләндәр (йәшел масса) — 250—300, иген культуралары — 30— 35, йәшелсә культуралары — 350—400, картуф — 250—300, шәкәр сөгөлдөрө — 400—450. Вегетация осоронда тупраҡтың продуктив дым м‑н тәьмин ителешенә бәйле күп йыллыҡ үләндәргә — 1—3 тапҡыр (нормаһы 600— 800 м3/га), иген культураларына, картуфҡа, шәкәр сөгөлдөрөнә һәм бер йыллыҡ үләндәргә — 1—2 тапҡыр (400—500 м3/га), йәшелсә культура­ларына 3—7 тапҡыр (200—350 м3/га) һыу һибелә. Республикала һуғарыуҙың төп ысулы булып яһалма ямғыр яуҙырыу тора. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан Таналыҡ й. туғайындағы 2,4 мең га майҙанда тәбиғи сабынлыҡтарға лиманлы һуғарыу үткәрелә. Гидромелиоратив системаларҙы һәм һыу хужалығы объекттарын төҙөү, эксплуатациялау, ремонтлау м‑н «“Башмелиоводхоз” идаралығы» Федераль дәүләт учреждениеһы (2003 й. “Башводмелиорация” ДУП базаһында ойошторола) шөғөлләнә. «“Алексеевка” совхозы» ДУАХП‑ында прогрессив тамсылап һуғарыу ысулы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында тиҙ һүтелмәле торбаларҙан ваҡ контурлы һәм шланг тибындағы һуғарыу системалары һ.б. индерелә. Респ. һуғарыулы ерҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. алып Аграр университетта һәм Ауыл хужалығы институтында үткәрелә башлай. Люцернаны орлоҡҡа үҫтереү өйрәнелә, һуғарып үҫтергән­дә уны сабыуҙың оптималь ваҡыты (Р.М.Илһамов), мал аҙығы культураларының уңдырышлылығына һуғарыуҙың һәм ашламаларҙың уртаҡ йоғонтоһо, уларҙың дөйөм һыу ҡулланыуы (М.Ғ.Ишбулатов, А.В. Комиссаров, Х.М.Сафин), картуфты һуғарыу режимдары һәм ысулдары (Д.А.Андрианов, А.Д.Андрианов, Ишбулатов, Комиссаров), шәкәр сөгөлдөрөн һәм яҙғы бойҙайҙы һуғарыу режимдары, лиманлы һуғарыу ваҡытында һуғарыу нормалары һәм тәбиғи сабынлыҡтарҙы һыу баҫыу ваҡыты (Комиссаров), һуғанды һуғарыу режимы (Б.Н.Батанов, Комиссаров, С.Ә.Юнысов), мелиорацияланған ерҙәрҙә юғары продуктив агрофитоценоздар формалаштырыуҙың ресурстарҙы һаҡлаусы технологик алымдары (Ғ.Х.Яппаров) билдәләнә. Шулай уҡ ҡара: Гидромелиорация, Мелиорация.

Әҙәб.: Вопросы орошения кормовых культур в степном Зауралье Башкортостана /Х.М.Са­фин [и др.]. Уфа, 1997.

А.М.Заманов, М.Ғ.Ишбулатов, А.В.Комиссаров

Тәрж. Г.А.Миһранова