ҺӨТЛӨГӘН (Euphorbia), һөтлөгән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 700‑ҙән алып 2 меңгә тиклем (төрлө мәғлүмәттәр б‑са) төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә. Һөт һымаҡ һуты булған күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 20—150 см тиклем бейеклектә, төҙ, тарбаҡлы, төк­һөҙ. Япраҡтары бөтөн, сиратлы. Сәскәләре бер енесле, ғәҙәттә сәскә эргәлеге юҡ, айырым сәскәлектәр — циатийҙарҙан торған сатыр рәүешле сәскәлеккә йыйылған. Циатийҙа 1 һеркәсле 10—12 ата сәскә бар, ата сәскәләр шәлкеменең уртаһында инә сәскә ҡалҡып тора. Май—сент. сәскә ата. Емеше — 3 бер орлоҡло өлөштән торған ҡумта, июль—окт. өлгөрә. Болондарҙа, ҡалдауҙарҙа, ҡыйлы урындарҙа, урмандарҙа, далаларҙа үҫә. Вальдштейн Һ., Гмелин Һ., Сегье Һ., урал Һ., ярым йөнтәҫ Һ. респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған, һаҙ Һ. Башҡортостандың Урал алдында, иҙел Һ., нәҙек Һ., ялған Һ. Дәүләкән р‑нында һәм Өфөнөң тирә‑яғында осрай. Вальдштейн Һ. — баллы үҫемлек, көнбағыр Һ. — ҡый үләне. Вальд­штейн Һ., көнбағыр Һ., Сегье Һ., һаҙ Һ. — ағыулы үҫемлектәр, составында алкалоидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова