ҺӨРӨНТӨ ЕР, ауыл хужалығы ере, системалы рәүештә эшкәртелә һәм иген культуралары, техник культуралар, картуф, йәшелсә культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн ҡулланыла. Һ.е. сәсеү әйләнештәрендәге баҫыуҙар, йәшелсә баҡсалары һәм яңы үҙләштерелгән ерҙәр ҡарай. 2008 й. Башҡортостанда Һ.е. 3669,2 мең га (бөтә а.х. ерҙәре майҙанының 51,5%‑ы) биләй. Һ.е. майҙанын арттырыу сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе һөрөү һ.б. иҫәбенә мөмкин.

Б.Т.Щербаков

Тәрж. Г.А.Миһранова