ҺӨНӘРСЕЛЕК‑ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1944 й. 1‑се Өфө т. юл уч‑щеһы нигеҙендә т. юл техникумы булараҡ асыла. 1961 й. алып индустриаль техникум, 1965 й. — индустриаль‑пед. техникумы, 1997 й. — Өфө дәүләт һөнәрселек‑пед. колледжы. 2013 й. башлап Һ.‑п.к. һәм Педагогия колледжы №2 нигеҙендә БДПУ колледжы булараҡ Педагогия университеты составына инә. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә һәм экстернат формаһында ер‑мөлкәт мөнәсәбәттәре, ҡунаҡхана сервисы, соц. тәьминәт технологияһы, хоҡуҡтары һәм уны ойоштороу, тимер юлдарҙың күсмә составын техник файҙаланыу, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу, туризм, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программалар м‑н тәьмин итеү һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 4 компьютер класы, тамаша, спорт һәм уҡыу залдары, уҡыу оҫтаханалары, китапханаһы, методика һәм мед. кабинеттары, ятағы бар. 10 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008).

Р.Ғ.Дәминева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина