ҺӨНӘРСЕЛЕК МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә техник һөнәрҙәр б‑са квалификациялы эшселәр әҙерләү өсөн башланғыс проф. уҡыу йорттары. Сәнәғәт училищелары т‑да төп положениеларға (1888), Һөнәрселеккә уҡыусылар мәктәптәре т‑да положениеға (1893), Башланғыс һөнәрселек мәктәптәре т‑да положениеға (1895), “Һөнәрселек һәм техник уҡыу оҫтаханалары һәм курстары тураһында” законға (1902) һ.б. ярашлы итеп ойошторола. Халыҡ мәғарифы министрлығы, Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы һ.б. ҡарамағында була. Ҡаҙна, земстволар, ауыл һәм ҡала йәмғиәттәре, айырым шәхестәр аҡсаһына тотола. 1 йәки 2 класлы уч‑ще тамамлаған төрлө ҡатлам малайҙары 11 йәштән ҡабул ителә. Уҡыу түләүһеҙ була, тәрбиәләнеүселәрҙең күпселеге ҡаҙна аҡсаһына ҡарала. Уҡыу курсы 3— 4 йыл тәшкил итә. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны (мосолмандар өсөн — ислам дине ҡағиҙәләре), урыҫ теле, арифметика, геометрия, һыҙым, рәсем, металл, ағас технологиялары һ.б. инә. Практик әҙерлеккә махсус оҫтаханаларҙағы (слесарлыҡ, токарлыҡ, тимерлек), ш. уҡ производстволарҙағы (з‑дтар һәм ф‑калар) дәрестәр ҡарай. Күсереү һәм сығарылыш имтихандары үткәрелә. Уҡыуҙы тамамлаусылар өйрәнсек исеменә таныҡлыҡ ала. Һөнәр б‑са 2—3 йыл эшләгәндән һуң мастер исемен алыуға хоҡуҡтары була. Шулай уҡ ауыл һөнәрселек уҡыу оҫтаханалары, һөнәрселеккә уҡыусылар мәктәптәре, уҡыу йорттарында һөнәрселек һәм проф. кластар һәм бүлектәр, өлкәндәр өсөн һөнәрселек мәктәптәре һ.б. эшләй. 1918 й. ябыла. 1940 й. фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәптәре (ҡара: Фабрика‑завод эшенә өйрәтеү) урынына һөнәрселек уч‑щелары ойошторола. СССР‑ҙың Дәүләт хеҙмәт резервтары ҡарамағында була. 7 йыллыҡ белем нигеҙендә 14—15 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡабул ителә. Уҡыу ваҡыты — 2 йыл. СССР ХКС‑ының “Ҡала һәм колхоз йәштәрен һөнәрселек училищеларына, тимер юл училищеларына һәм фабрика‑завод эшенә өйрәтеү мәктәптәренә саҡырыу тураһында” ҡарарына (1940) ярашлы һөнәрселек уч‑щеларына уҡыусылар йыйыуҙың мобилизация принцибы (1955 й. бөтөрөлә) тормошҡа ашырыла. 1958 й. ҡала һәм ауыл ПТУ‑ларына үҙгәртелә.

Өфө губернаһында Өфөлә Александр һөнәрселек уч‑щеһы (1876) һәм һаңғырау‑телһеҙҙәр өсөн уч‑ще (1902), Бөрө (1882), Златоуст (1895) ҡалаларында һөнәрселек уч‑щелары; Өфө өйәҙенең Эҫем, Златоуст өйәҙенең Дыуан (икеһе лә — 1898), Бөрө өйәҙенең Красный Холм (1902) һәм Асҡын (1903) ауылдарында һөнәрселек мәктәптәре; Бөрөлә (1899), Өфө өйәҙенең Булгаков (1904) һәм Охлебинин (1896), Златоуст өйәҙенең Үрге Ҡыйғы (1915), Бөрө өйәҙенең Дүртөйлө (1899), Стәрлетамаҡ өйәҙенең Пёстровка (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑нының Оло Аксаков а., 1908) ауылдарында һөнәрселек оҫтаханалары асыла. БАССР‑ҙа 1940 й. һөнәрселек уч‑щелары Белорет һәм Ишембай ҡҡ. эшләй; 1944 й. 11 һөнәрселек уч‑щеһы иҫәпләнә.

Әҙәб.: А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина