ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №136, 1925 й. Өфөлә контора‑сауҙа өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла. 1936 й. башлап ашнаҡсылар һәм һатыусылар әҙерләү б‑са уҡыу‑курс комб‑ты, 1940 й. — сауҙа‑кулинария өйрәнсектәр мәктәбе, 1967 й. — кулинария уч‑щеһы, 1985 й. — 136‑сы ПУ, 1992 й. — 136‑сы юғары ПУ, 1995 й. — 136‑сы Һ.л., 2015 й. — Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжы. Салауат ҡ. филиалы бар (2015). Уҡытыу көндөҙгә бүлектә ашнаҡсы, бармен, кондитер, милли һәм сит ил аш‑һыуын белгән ашнаҡсы, официант һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт һәм уҡыу залдары, кулинария б‑са 2 лаб., ашханаһы бар. 16 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008).

Т.Ғ.Собханғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина