БАРАБАШ Яков Фёдорович (12.5.1838, Полтава ҡ. — 19.10.1910, Локарно ҡ., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Лозанна ҡ., Швейцария), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан ген. (1906). Дворяндарҙан. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1865). 1858 й. алып рус армияһында. Ростов гренадер, 1861—63 йй. лейб‑гвардия Литва полктарында, 1865 й. башлап Варшава, Киев һәм Көнсығыш Себер хәрби округтарында хеҙмәт итә. 1884 й. алып Байкал аръяғы өлк. губернаторы һәм Байкал аръяғы казак ғәскәренең наказлы атаманы, 1888 й. — Турғай өлк. хәрби губернаторы. 1899—1906 йй. Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. 1901—02 йй. Ырымбур—Ташкент т. юлын төҙөүгә булышлыҡ итә, 1904 й. рус‑япон һуғышында (1904—05) ҡатнашыу өсөн Ырымбур льготалы казак див. мобилизациялауҙы һәм ҡоралландырыуҙы ойоштора; революция (1905—07) ваҡытында 1905 й. дек. Ырымбурҙа ҡораллы күтәрелеш тоҡаныуға юл ҡуймай. 2‑се дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән. Барабаш‑Левада а. (Приморье крайы) Б. исеме бирелгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика