ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №89, 1932 й. Бәләбәй ҡ. колхозсы йәштәр мәктәбе булараҡ асыла, 1946 й. башлап а.х. механизациялау мәктәбе, 1954 й. — 4‑се а.х. механизациялау уч‑щеһы, 1963 й. — 13‑сө ауыл ПТУ, 1984 й. — 89‑сы урта ПТУ, 1995 й. — 89‑сы ПУ, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә аҙыҡ‑түлек һәм сәнәғәт тауарҙары һатыусыһы, а.х. производствоһы мастеры, а.х. производствоһы тракторсы‑машинисы, иретеп йәбештереүсе, усадьба хужабикәһе һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Ағас эше оҫтаханаһы, спорт залы, лицей тарихы музейы, китапханаһы, ятағы, фермаһы, умарталығы, йәшелсә баҡсаһы, авто‑ һәм а.х. машиналары бар. 80 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында А.И.Кирәев; бында ш. уҡ К.В.Иванов уҡыған.

А.Г.Гурточенко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина