ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №64, 1969 й. Өфөлә 17‑се ҡала ПТУ филиалы булараҡ асыла. 1976 й. алып 68‑се техник уч‑ще, 1984 й. — 64‑се урта ПТУ, 1992 й. — 64‑се юғары ПУ, 1993 й. — художество‑техник лицей, 1995 й. — 64‑се һөнәрселек лицейы (1999—2000 йй. художество‑сәнәғәт колледжы), 2013 й. — Өфө художество‑сәнәғәт колледжы. Уҡытыу көн­дөҙгө бүлектә ағас һәм мебель производствоһы мастеры, ағас эше оҫтаһы, ағас эшкәртеүҙәге линиялар һәм ҡулайламалар операторы, биҙәкләү‑төҙөү эштәре мастеры, рәссам һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 11 уҡыу‑производство оҫтаханаһы (2 ағас эше, слесарлыҡ, майлы рәсем сәнғәте, ағас һәм ҡайын туҙы һырлау, компьютер графикаһы һ.б.), 5 уҡытыу‑тәж. участ­каһы (йыйыу, токарлыҡ һ.б.), 2 спорт залы, китапханаһы, музейы, 2 ятағы бар. 8,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008). Мәскәү, Новгород (икеһе лә — 1998), Париж (2008) һ.б. ҡалаларҙа үткәрелгән халыҡ кәсептәре күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.

Р.Ә.Ҡаһиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина