ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №56, 1949 й. Октябрьский ҡ. 28‑се фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла. 1958 й. башлап 2‑се техник уч‑ще, 1963 й. — 30‑сы ҡала ПТУ, 1984 й. — 56‑сы урта ПТУ, 1995 й. — 56‑сы Һ.л., 2014 й. Октябрьский нефть колледжы м‑н берләштерелә. Туймазы р‑ны Ҡандра а. филиалы була (1994 й. асылған). Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә контроль‑үлсәү приборҙарын һәм автоматиканы көйләүсе, механик эшкәртеү станоктарын һәм ҡорамалдарын көйләүсе, нефть һәм газ сығарыу операторы, скважиналарҙы капиталь ремонтлауҙа быраулаусы ярҙамсыһы, токарь, электр һәм газ м‑н иретеп йәбештереүсе һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. Компьютер класы, китапханаһы, бокс, спорт һәм тренажёр залдары, электромонтаж, иретеп йәбештереү, слесарлыҡ, токарлыҡ, контроль‑үлсәү приборҙары һәм автоматика оҫтаханалары, уҡыу полигоны, лицей тарихы кабинеты, уҡыуҙы тамамлаусы Т.Л.Нурҡаевҡа арналған хәрби һәм хеҙмәт даны залы бар. 40 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында М.С. Ғәбдрәхимов, В.К.Ғәйнуллин, Ҡ.Ғ.Ихин, Л.Х.Мәрҙәншина бар.

Г.А.Чернов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина