ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №1. 1922 й. Өфөлә “Октябрь баҫымы” типографияһы эргәһендәге фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла, 1946 й. алып 11‑се һөнәрселек уч‑щеһы, 1962 й. — 1‑се ҡала ПТУ (1971 й. башлап урта), 1995 й. — 1‑се ПУ, 1997 й. — 1‑се Һ.л., 2007 й. С.Х.Бикәев исеме бирелә, 2014 й. алып Солтан Бикәев ис. Өфө һөнәрселек колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә баҫма эш мастеры, нәшриәт эше мастеры, художестволы төпләүсе һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 8 уҡыу оҫтаханаһы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, мед. кабинеты, ятағы бар. 13 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008). Мәскәү нәш­риәт‑полиграфия колледжы һәм Һамар нәшриәт‑полиграфия техникумы м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Ф.Ш.Фартукова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина