ҺӨНӘРСЕЛЕК, һ ө н ә р, ҡулдан етештереүгә нигеҙләнгән традицион шөғөлдәр. Башҡорттарҙа һөнәр төрҙәре һәм уларҙың үҙенсәлектәре Башҡортостандың тәбиғәт‑климат үҙенсәлектәренә, хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына (солоҡсолоҡ, игенселек, һыйырсылыҡ һ.б.), көнкүрешенә, тарихи‑мәҙәни традицияларға һәм йолаларға бәйле булған.

Ир‑ат һөнәрҙәренә традицион йөрөү сараларын, ағас сеймалдан төрлө хужалыҡ һәм көнкүреш предметтарын эшләү, йүкәнән үреү инә. Металл эшкәртеү оҫталары ҡорал, ер эшкәртеү ҡоралдары, һунар һәм балыҡсылыҡ инвентары, йорт өсөн традицион йыһаз һ.б. эшләү м‑н шөғөлләнә. Башҡорттар араһында оҫта тимерселәр, көмөшсөләр һ.б. осрай; иретеү, сүкеү, ҡойоуҙың төрлө ысулдары билдәле була, металды ювелир эшкәртеү ваҡытында көмөшләтеү, ҡарайтыу, сүкеү, һырлау, гравёрлау һ.б. ҡулланыла (ҡара: Нәфис металл сәнғәте). Башлыса урындағы сеймалды ҡулланғандар (ҡара: Приискылар һәм рудниктар), ш. уҡ зәргәр әйберҙәрҙе боронғо көмөш тәңкәләрҙән эшләгәндәр (ҡара: Аҡса). Күсмә малсылыҡҡа нигеҙләнгән хужалыҡты алып барыу (ҡара: Күсмә тормош) күн эшенең киң таралыуына булышлыҡ итә: күнде төрлөсә эшкәртеү һәм биҙәү (ҡара: Нәфис күн сәнғәте), тире иләү, тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, ат егеү кәрәк‑ярағы эшләү ысулдары ҡулланыла. Ташсылар башлыса тирмән, ашлыҡ һуғыу таштары етештереү м‑н шөғөлләнә (ҡара: Тирмән).

Ҡатын‑ҡыҙ һөнәрҙәренә бәйләү, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, тула баҫыу, туҡыусылыҡ, башҡорт кейеме предметтарын, традицион биҙәүестәр, баш кейеме (ҡашмау, түбәтәй), аяҡ кейеме (ҡата, сарыҡ, ситек) һ.б. эшләү инә. Туй кейемен биҙәү айырым һөнәр төрө булып һаналған. Әйберҙәрҙе аппликация, сигеү, орнамент, ҡорама мозаика м‑н биҙәгәндәр.

Башҡорттарҙың төрлө этнографик төркөмдәренең хужалыҡ итеү үҙенсәлектәренә ярашлы, Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарында күн эшкәртеү, нәфис кейеҙ сәнғәте, йөндән төрлө әйберҙәр туҡыу (ш. иҫ. шәл), ҡораманан балаҫтар тегеү, тула баҫыу, балаҫ һуғыу; Урал аръяғы башҡорттарында — туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, күн һәм тиренән әйберҙәр эшләү; таулы райондарҙа — ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы яһау, балаҫ һәм кейеҙ биҙәкләү, металл эшкәртеү; төньяҡ райондарҙа — йүкәнән, ҡабыҡтан үреү, һалабаш әҙерләү, ағас эшкәртеү, бәйләү, сигеү, биҙәкләп туҡыу; Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттарында ҡабартмалы сигеү, бәйләү, орнаментлы балаҫ һуғыу кеүек һөнәрҙәр айырыуса киң таралған.

Малсылыҡ күләме кәмеү, башҡорттарға тимерселек һәм металдан әйберҙәр етештереү м‑н шөғөлләнеүҙе тыйыу [ҡара: Указдар (1736 й. 11 февр.)] башҡорттарҙың хужалығында ҡайһы бер һөнәрҙәрҙең әһәмиәте юғалыуына килтерә. Сәнәғәт үҫеше был процесты тиҙләтә, һөнәрселәр етештергән әйберҙәрҙе яйлап фабрика‑завод продукцияһы ҡыҫырыҡлап сығара. 19 б. аҙ. — 20 б. башында мискә яһау, токарлыҡ, ағас эше һ.б. һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, һуңыраҡ уларҙың ҡайһы берҙәре нигеҙендә һөнәрселек кәсебе үҫешә.

20 б. 50‑се йй. аҙ. Башҡортостанда милли байрамдар (һабантуй, ҡарғатуй һ.б.) үткәреү тергеҙелә, был ауыл ерендә балаҫ һуғыу, тула баҫыу, туҡыусылыҡ, дебет шәл бәйләүҙе, байрам йолаларында файҙаланыу өсөн төрлө кәрәк‑яраҡты әҙерләүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. 20 б. 2‑се ярт. алып художестволы кәсептәр пр‑тиелары һәм художество оҫтаханалары асыла (ҡара: Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте).

Әҙәб.: Ш и т о в а С.Н. Народное искусство: войлоки, ковры и ткани у южных башкир. Уфа, 2006; Искусство башкир: традиционные художественные ремёсла. Уфа, 2007.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина