ҺӨНӘРҒОЛОВ Тимерхан Сәлимйән улы (3.1.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шишмә а. — 5.1.1976, Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). БДМИ‑ны тамамлаған (1952), 1955 й. алып шунда уҡ эшләй: 1963 й. башлап педиатрия ф‑ты деканы; 1965 й. — патологик анатомия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1968 й. тиклем уҡыу‑уҡытыу эш­тәре б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө химик берләшмәләрҙең (нефтехимия синтезы продукттарының, кремнезёмдың юғары дисперслы аморф аэрогеле һ.б.), дарыуҙарҙың, инфекцион ауырыуҙар тыуҙырыусыларҙың һ.б. токсик тәьҫире булғанда кеше ағзаларындағы һәм туҡымаларындағы морфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеүгә арналған. Һ. ҡатнашлығында токсикологияла регламентлаштырыу нигеҙҙәре эшләнгән. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н патологоанатомдары йәмғиәте рәйесе (1965 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина