БАРАБАНОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Рабаҡ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 468 кеше; 1920 — 457; 1939 — 470; 1959 — 604; 1989 — 414; 2002 — 405; 2010 — 373 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Барабан а. удмурт типтәрҙәре нигеҙ һала, 1859 й. билдәле. Шулай уҡ Пештерәк исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 35 йортта 241 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика