ҺӨЛӘЙМӘН, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 82 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Мейәс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 372 кеше; 1920 — 452; 1939 — 294; 1959 — 296; 1989 — 214; 2002 — 225; 2010 — 179 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡара‑һәм Барын‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Һөләймән Иштуғанов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Мулдаш исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 15 йортта 63 кеше йәшәгән, 1866 й. 42 йортта — 225 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов