ҺӨЙӘРҒОЛОВ Муллайән Зыяитдин улы (21.11.1934, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В. Бибиков, О.И.Пыжова курсы) БАДТ актёры.

Көслө характерлы комедия актёры. Һ. халыҡсан юмор хас, сәхнәлә үҙен ябай һәм тәбиғи тота. Төп ролдәре: Проня [Н.Ф.Погодиндың “Өсөнсө патетик” (“Третья патетическая”) пьесаһы б‑са “Ильич ғүмере” спектакле; дебют, 1959], Мөкәй (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Сәлим (“Башмағым”), Шәрифйән (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин) һ.б. Кире персонаж образдары фаш итеү көсө һәм кешелекле мәрхәмәт м‑н һуғарылған: Ябағаев (“Айгөл иле”), Хөснулла (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Бәҙретдин (“Көнләш, Америка, көнләш!”, С.Й.Латипов һәм Х.Ғ.Фәтихова). Терешко (“Трибунал”, А.Е.Макаёнок) образы психологик һәм соц. характеристикаларҙың тәрәнлеге һәм тулылығы м‑н айырылып тора. “Сарсау” (“Жажда”) к/ф (1960, Одесса к/ст) Мәмәт ролен уйнай, ш. уҡ “Салтанат” к/ф (1955, Фрунзе к/ст “Мосфильм” к/ст м‑н берлектә) төшә. Бөтә Рәсәй СССР халыҡтарының театр сәнғәте драматургияһы фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972).

Әҙәб.: А т н а б а е в а З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. Өфө, 2008.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова