ҺӨЙӘРҒОЛ ЯМАНАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И. Пугачёв полковнигы. Башҡорт. 1774 й. майында Пугачёв тарафынан Исәт провинцияһы башҡорттары делегацияһы составында ҡаҙаҡтарҙың ихтилалға ҡораллы ярҙам күрһәтеүе т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Урта йөҙ ханы Әбләйгә ебәрелгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин