ҺӨЙРӘЛЕҮСЕЛӘР, рептилиялар (Reptilia), умыртҡалылар класы. 4 отряды (суҡышбаштар, крокодилдар, гөбөргәйелдәр, тәңкәлеләр), 7100‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда гөбөргәйелдәр һәм тәңкәлеләр отрядына ҡараған 10 төр осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 25—150 см, оҙонса, кеҫәрткеләрҙеке — яҫы, йыландарҙыҡы — йомро; тиреһе ҡоро, биҙҙәре юҡ, мөгөҙ тәңкәләре йәки ҡалҡансыҡтар м‑н ҡапланған, эпидермистың өҫкө ҡатламы даими рәүештә алышына. Күҙҙәре хәрәкәтсән ҡабаҡлы (йыландарҙың өҫкө һәм аҫҡы күҙҙәре ҡушылып үҫкән), өсөнсө ҡабағы — асылып йомолоусы ярыһы бар. Ауыҙ ҡыуышлығы йотҡолоҡтан һиҙелерлек айырылған. Теле мускуллы, йыландарҙыҡы һәм күпселек кеҫәрткеләрҙеке — нескә һәм осонда икегә бүленгән. Тештәре өҫкө яңаҡ, яңаҡ араһы, аҫҡы яңаҡ, ҡанат һымаҡ һөйәктәрҙә урынлашҡан. Умыртҡалығы муйын, күкрәк, бил, һигеҙгүҙ һәм ҡойроҡ бүлектәренә берләшкән процел умыртҡаларҙан (ҡара: Ер‑һыу хайуандары) тора. Беренсе муйын умыртҡаһы (атлант) ҡулса формаһында, икенсеһе (эпистрофей) — тешкә оҡшаш үҫентеле. Күпселек Һ. ҡабырғалары күкрәк һөйәге м‑н ҡушылған һәм күкрәк ситлеген барлыҡҡа килтерә, бил бүлегендә — ҡыҫҡа, һигеҙгүҙ умыртҡалары — 2. Ирекле аяҡтары һөлдәһендә (шаушаҡ һәм туларһыҡ һөйәктәре рәте ара­һында) берәр быуын урынлашҡан. Баш һөйәге умыртҡалыҡ м‑н соңҡа байырсаһы аша тоташтырылған. Аяҡтары биш бармаҡлы. Ҡыҙыл үңәсе яҡшы үҫешкән, йыландарҙыҡы — аҙыҡты ашҡаҙанға күсергән көслө мускуллы. Ҡабырға аша тын ала, үпкәһе йыйырсыҡлы, күҙәнәкле; һауа үткәреүсе юлдары үҫешкән, трахеяһы, бронхылары бар. Йөрәге 3 камералы (2 йөрәк алды һәм 1 ҡарынса), ҡан әйләнеше системаһы 2 әйләнештән тора. Бөйөрҙәре мета­нефрик, күпселек төрҙәрҙең бәүел ҡыуығы бар (йылан һәм кеҫәрткеләрҙеке үҫешеп етмәгән), метаболизмдың төп продукты — бәүел к‑таһы. Баш мейеһе насар үҫешкән, кесе мейеһе ҙур. Алғы мейеһенең ярымшарҙарында мейе ҡабығын (неопаллиум) барлыҡҡа килтергән аҙ күләмле һоро матдә бар. Ишетеү ағзаһы эске һәм урта ҡолаҡ м‑н бирелгән. Һ. — айырым енесле хайуандар, аталаныуы — эске. Үҫеше тура. Ата Һ. копулятив ағза бар (йылан һәм кеҫәрткеләрҙә — парлы). Күпселек Һ. һарыға бай, кибеүҙән ҡаты эзбиз (гөбөргәйелдәрҙә) йәки пергамент рәүешле (кеҫәртке һәм йыландарҙа) тышса м‑н һаҡланған йомортҡа һала; ҡайһы бер төрҙәре тере бала йәки йомортҡа‑тере бала тыуҙыра. Кеҫәртке һәм йыландарға пар­теногенез хас. Ҡатмарлы төҙөлөшлө Һ. тоҡомо т‑да хәстәрлек күрә. Тән т‑раһы даими түгел, тирә‑яҡ мөхит т‑раһына бәйле; уңайһыҙ шарттарҙа ҡышҡы йоҡоға тала. Хайуандар, ш. уҡ ҡайһы бер төрҙәре (һаҙ гөбөргәйеле) — һирәкләп үҫемлектәр м‑н туҡлана. Һыу, һыу яны һәм ер өҫтө хайуандары. Башҡортостандың Урал алдында, һирәгерәк Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡҡа сығара. Орсоҡ йылан, дала ҡара йыланы, баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙбаш йыланы һәм һаҙ гөбөргәйеле БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова