ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы (20.9.1960, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Мәмбәт а.), эколог. БР ФА акад. (2016), биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып БНИИЗиС‑та өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994 й. башлап БДПИ‑ның Сибай филиалында өлкән уҡытыусы, 1996 й. — директор. 1998 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДУ‑ның Сибай ин‑тында: соц.‑иҡт. һәм кадрҙар эше б‑са дир. урынбаҫары, 1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2001 й. — ситтән тороп уҡыу бүлеге б‑са дир. урынбаҫары, 2009—15 йй. уҡытыусы, 2017 й. алып фәнни эш б‑са дир. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 2004 й. башлап БР Стратегик тикшеренеүҙәр ин‑тының ғилми‑тик­шеренеү үҙәге директоры. 2009—13 йй. БДАУ‑ҙың Урал аръяғы филиалы дир. (икеһе лә — Сибай ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре экология проблемаларына, тәбиғәт ресурстарына, туп­раҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүгә, Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҡара тупраҡтың гидро‑һәм фитомелиорацияһына арналған. Һ. ҡатнашлығында дала игенселеген экологиялаштырыуҙың төп принциптары эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Экология пахотных почв Зауралья Республики Башкортостан. Уфа, 2001; Фитомелиоративная эффективность многолетних трав на чернозёмах Зауралья Республики Башкортостан. Уфа, 2007 (авторҙ.). Агроэкологический анализ структурного состояния и оптимизация свойств чернозёмов Зауралья при фитомелиорации. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова