БАПТИЗМ (гр. baptizo — сумдырам, һыу м‑н суҡындырам), протестантлыҡтың 17 б. башында Англияла барлыҡҡа килгән йүнәлештәренең береһе. Б. б‑са, кешене сиркәү ҡатнашлығынан тыш Иисус Христосҡа аңлы ышаныу аша ғына ҡотҡарып була. Йүнәлеш дөйөм (улар, Христос барыһының да гонаһын юйған һәм кеше яҙмышы уның ихтыярында, тип һанай) һәм айырым (Алла баштан уҡ берәүҙәрҙең, “һайланғандар”ҙың, ҡотолоуын, икенселәрҙең һәләкәтен билдәләгән) баптистарға бүленә. Б. сиркәү иерархияһын, монахлыҡ институтын, ҡорамдарҙы, изгеләргә табыныуҙы, иконаларҙы, изге мәйеттәрҙе һанға һуҡмай; берҙән‑бер табыныу сығанағы — Библия. Төп сиркәү йолалары: һыуҙа суҡындырыу (өлкәндәрҙе генә), “ябыҡ” причащение (икмәк һындырыу), ш. уҡ ерләүҙең һәм никахтың үҙенсәлекле йолалары. Христианлыҡты таратыу — һәр диндарҙың төп бурысы. Б. общинаның һәр ағзаһы пресвитер итеп һайланырға мөмкин булған “күмәк руханилыҡ” принцибын алға һөрә. Йоланы рукоположенный пресвитерҙар ғына башҡара ала. Б. общинаһы үҙ аллы, аҡһөйәктәр власына ла, юғары торған баптист ойошмаларына ла буйһонмай, уға община ағзалары һайлаған совет етәкс. итә; ҡарарҙар асыҡ һайлауҙар м‑н ҡабул ителә. Ғибәҙәт ҡылыу пресвитер һәм диакон етәкс. ғибәҙәт йыйылыштары рәүешендә үтә. Христиандар өсөн уртаҡ Раштыуа байрамы, Пасха һәм баптистарға ғына хас Ураҡ һәм Берҙәмлек көнө билдәләнә. 1905 й. Англияла Бөтә донъя баптистар союзы ойошторола.

Б. Рәсәйҙә 19 б. 60‑сы йй. тарала башлай. 20 б. башына тиклем баптистар эҙәрлекләнә, “Дингә тигеҙ ҡарашты нығытыу тураһында” указ (1905, апр.) сыҡҡандан һуң, уларҙың эшмәкәрлеге әүҙемләшә. 1911 й. Б. эйәреүселәр 50 меңгә яҡын иҫәпләнә. 30‑сы йй. Б. совет власы тарафынан эҙәрлекләнә. 1944 й. баптистар, инжил христиандары м‑н берләшеп, Инжил христиан‑баптистары союзын төҙөй, уға 1945 й. — пятидесятниктарҙың, 1963 й. меннониттарҙың бер өлөшө ҡушыла. Һөҙөмтәлә Бөтә союз инжил христиан‑баптистары советы (БСИХБС) етәкс. берҙәм ойошма булдырыла. 1961 й. БСИХБС етәкселәрен конформизмда ғәйепләгән төркөм (инициативниктар) айырылып сыға һәм 1965 й. Инжил христиан‑баптистары сиркәүҙәре советын (ИХБСС) төҙөй. Уның етәкселәре дәүләт власынан бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышты сағылдырған программа м‑н сығыш яһай (миссионерлыҡты әүҙемләштереү, Библияны өйрәтеүсе йәкшәмбе мәктәптәрен асыу, хәрби хеҙмәттән баш тартыу). 1992 й. СССР тарҡалғандан һуң, БДИХБС урынына БДБ Инжил христиан‑баптистары союзының Евро‑Азия федерацияһы төҙөлә, уға 1991 й. поместный сиркәүҙәрҙең үҙаллылыҡ принцибы м‑н төҙөлгән РФ Инжил христиан‑баптистары союзы (үҙәге Мәскәүҙә) инә. 1990‑сы йй. алып баптистар һәм инжил христиандары айырыла башлай. Мәскәүҙә Б. динен тотоусылар өсөн дини семинария эшләй (1993 й. алып), гәзит‑журналдар баҫыла (ҡара: Христиан ваҡытлы матбуғаты).

Өфө губернаһында баптистар 20 б. башында күренә башлай. Тәүге общиналар Өфө өйәҙенең Архангел (95 кеше) һәм Иглин (81 кеше) улустарының немец ауылдарында, Бәләбәй өйәҙенең Дәүләкән а. һәм Өфөлә төҙөлә. Архангел өйәҙендә латыштар Эҫем общинаһына нигеҙ һала. 1913 й. Өфө губ. 623 баптист иҫәпләнә. 1917 й. башлап уларҙың һаны арта, 1927 й. 5 община — Стәрлетамаҡ һәм 2 Өфө кантондарында эшләй (2 мең кеше). 1938 й. общиналар тарҡатыла, етәкселәре репрессиялана, ғибәҙәтханалары ябыла. 1945 й. инжил христиан‑баптистары Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Бәләбәй р‑ны Шаровка а. яңынан барлыҡҡа килә, һуңыраҡ Дәүләкән (1969), Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Сибай (1979), Күмертау (1987) ҡҡ. теркәлә. 1994 й. БР Инжил христиан‑баптистарының төбәк берекмәһе ойошторола. Нефтекама һәм Салауат ҡҡ. ғибәҙәтханалар төҙөлә. Үҙәге Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. алып өлкән пресвитер П.И.Жук (2002 й. башлап епископ).

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н. Баптизм в Башкирии: очерки истории (конец XIX—XX вв.). Уфа, 1998.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика