ҺӨЙӨНДӨК, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 299 кеше; 1920 — 441; 1939 — 283; 1959 — 292; 1989 — 152; 2002 — 157; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Троицк өйәҙе Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 46 йортта 260 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов