ҺӨЙӨНДӨК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 519 кеше; 1939 — 567; 1959 — 432; 1989 — 243; 2002 — 182; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә Сембер губ. Һөйөндөк а. кешеләре Яңы Һөйөндөк исеме м‑н нигеҙ һала. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов