ҺӨЙКӘЛЕШ, ҡылымдың грамматик категорияһы, уның формалары уй‑фекер йөкмәткеһенең ысынбарлыҡҡа йәки һөйләүсенең уй‑фекер йөкмәткеһенә ҡарата мөнәсәбәтендәге айырмалыҡтарҙы белдерә. Модаллекте белдергән грамматик ысулдарҙың береһе.

Башҡорт телендә түбәндәге Һ. айырыла: 1) ҡылым замандары категорияһының морфологик күрһәткестәре ярҙамында белдерелгән хәбәр Һ.; 2) тейешле интонация, контекст йәки махсус киҫәксәләр ярҙамында аныҡланған 2‑се зат формалары (берлек һанда аффиксы булмай, күплектә ‑ғыҙ), аналитик конструкциялар (‑а күр‑, ‑п ҡал‑, ‑һы булма һ.б.) һ.б. саралар м‑н бирелгән бойороҡ Һ.: “эшлә”, “тейәһе булма”, “йоҡлағыҙсы” һ.б.; 3) ‑ғы кил‑, ‑һы кил‑, һын ине һ.б. аналитик конструкциялар м‑н бирелгән теләк Һ.: “һөйләшәһе килә”, “белһен ине” һ.б.; 4) грамматик формаһы һөйләмдең структураһын һәм мәғәнәһен билдәләгән (‑һа, ‑ған булһа, ‑й ҡалһа, ‑а торған булһа, ‑а икән һ.б.) шарт Һ.: “ултырһаң”, “алған булһа”, “осрай ҡалһа” һ.б.; 5) ‑р ине, ‑а ине, ‑асаҡ ине, ‑ған булыр ине һ.б. аналитик конструкциялар м‑н бирелгән ихтималлыҡ Һ.: “күрер инем”, “килгән булыр инем” һ.б.; 6) ‑маҡсы, ‑маҡсы бул‑, ‑рға бул‑, ‑рға телә‑, ‑рға уйла‑һ.б. формалары булған ниәт‑маҡсат Һ.: “бармаҡсымын”, “һорарға уйлайым” һ.б.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов