ҺӨҘМӘ, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Яңы ҡатыҡты иләк йәки киндер тоҡҡа һалып һарҡытып эшләнә. Ашар алдынан Һ. тәменә ҡарап шәкәр йәки тоҙ, ҡайһы берҙә ҡаймаҡ, һөт өҫтө, яңы һауған йәки ҡайнатылған һөт, бал, еләк ҡушалар. Башҡортостандың Урал алдында һәм тау‑урман райондарында таралған. Шулай уҡ көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа айыртылмаған һөттән һөҙөп эшләнгән сей ҡатыҡты йәки һыуытылған ҡуйы ҡатыҡты Һ. тип атайҙар. Күп төрки халыҡтарҙың аш‑һыуында осрай.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина