ҺОРО ТОРНА (Grus grus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ Америка һәм Антарктиданан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 115—125 см, ауырлығы 4—7 кг (ата ҡош эрерәк), ҡанат йәйеме 200 см ашыу. Ҡауырһыны һоро, ҡанат остары ҡара төҫтә. Башы һәм муйыны ҡара, ике яҡ ситендә күҙҙәренән төшкән аҡ һыҙат була. Түбәһенең артҡы өлөшөндә һәм соңҡаһында һирәк нәҙек сәс кеүек ҡауырһындар м‑н ҡапланған ҡыҙыл тире өлөшө бар. Суҡышы йәшкелт көрән, осона табан аҡһылыраҡ төҫтә. Муйыны һәм аяҡтары оҙон. Моногам. Ояһы — тупраҡтағы ҙур булмаған уйым; йоҡа итеп ҡоро һабаҡтар һәм үләндәр түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла көрәнһыу‑ерән таплы ҡыҙғылт көрән, ҡайһы берҙә йәшкелт көрән төҫтәге 2—3 йомортҡа була. Күбеһенсә инә ҡош 28—30 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Башлыса үҫемлектәр (еләктәр, орлоҡтар, үҫемлек үренделәре), ш. уҡ ваҡ балыҡтар, тәлмәрйендәр, сысҡан һымаҡ кимереүселәр, бөжәктәр м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтары янында, һаҙлыҡтарҙа һәм һыубаҫар болондарҙа йәшәй. БР‑ҙа Белорет, Краснокама, Ҡариҙел һәм Әбйәлил р‑ндарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова