ҺОРО ӨКӨ (Strix nebulosa), ябалаҡ һымаҡтар отрядының ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 63— 70 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 0,6—1,1, инә ҡоштарҙың — 0,7—1,9 кг, ҡанат йәйеме 130— 158 см. Ҡауырһыны аҡһыл һәм ҡуңыр таптар м‑н сыбарланған һоро төҫтә. Башы ҙур, йомро, бит дискыһында асыҡ концентрик түңәрәк бар. Күҙҙәре һары, суҡышы аҫтында ҡара тап була. Муйыны ҡыҫҡа, хәрәкәтсән. Ҡанаттары киң, оҙон. Ҡойроғо оҙонса, осо йомро. Аяҡтары ҡыҫҡа, бөгөлгән осло тырнаҡтары бар. Моногам. Һ.ө. ҡор ҡарсығаларының, һарҙарҙың һ.б. йыртҡыс ҡоштарҙың иҫке ояларын биләй. Ояла аҡ төҫтәге 3—7, йышыраҡ 4— 5 йомортҡа була. Инә ҡош яҡынса 1 ай эсендә баҫып сығара. Күбеһенсә төндә һәм эңерҙә әүҙем. Башлыса сысҡан һымаҡ кимереүселәр, һирәгерәк ҡоштар, тәлмәрйендәр м‑н туҡлана. Урмандарҙа, урман аҡландарында, ҡырҡындыларҙа йәшәй. Һирәкләп респ. Борай, Күгәрсен р‑ндарында һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова