ҺОРО ҠОМАҠ (Rattus norvegicus), сысҡандар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 15—27 см, ауырлығы 570 г тиклем. Арҡаһының һәм ян‑яҡтарының йөнө күбеһенсә ерәнһыу һоро, ҡорһағы аҡһыл (йөн төптәре ҡара төҫтә). Мороно сағыштырмаса йәйенке, киң. Ҡолаҡтары ҙур түгел. Ҡойроғо 22 см тиклем, һирәк йөн м‑н ҡапланған. Яңғыҙ һәм күмәк йәшәү рәүеше алып бара. Енси яҡтан 3—4 айҙа өлгөрә, йылына 3—4 (8‑гә тиклем) тапҡыр 1—15 бала тыуҙыра. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Бөтә нәмәне ашай, аҙыҡ етмәгәндә төрлө ҡалдыҡтар, хайуан емтектәре м‑н туҡлана. Бер аҙ запас йыя. Баҫыуҙарҙа, йәшелсә баҡсаларында, сүплектәрҙә, парктар һәм баҡсаларҙа, торлаҡ ҡаралтыларҙа осрай; ҡайһы берҙә өң яһай. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Аҙыҡ‑түлек һәм фураж запастарын юҡ итә һәм бысрата, сәнәғәт тауарҙарын һәм сеймалды, биналарҙы боҙа. Күп тәбиғи сығанаҡлы ауырыуҙарҙы, ш. иҫ. бөрсә риккетсиозын, сальмонеллёзды, трихинеллёзды, һары лептоспирозын, чуманы, ялған туберкулёзды, таратыусы. Лаборатор хайуан. Шулай уҡ ҡара: Кимереүселәр.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова