ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, респ. көньяғында Көйөргәҙе р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының төньяҡ өлөшөнә тура килә. Макс. күмергә ту­йындырылыуы — 1 км2 36,6 млн т (Бабай ятҡылығы), макс. йыллыҡ һоро күмер сығарыу — 10,2 млн т (1976).

Бабай Һ.к.я., Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1942 й. А.Т.Пономаренко һәм Л.Ф.Сосницкая тарафынан асыла. Аҫҡы миоценға ҡараған көйөргәҙе свитаһының күмерле ҡатламына тура килә. Майҙаны 7 км2, ятыштың ҡалынлығы 3—126 м (уртаса 43,1 м), ҡатламдың ятыу тәрәнлеге 20—170 м. 1952—98 йй. “Башкируголь” пр‑тиеһы асыҡ ысул м‑н 70 м тәрәнлеккә тиклем үҙләштерә. 6294 мең т запас ҡалған.

Керәүле Һ.к.я., Күмертауҙан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1941 й. О.С. Андрианова тарафынан асыла. Миоцендың күмерле ҡатламына тура килә. Майҙаны 0,9 км2, ятыштың ҡалынлығы 2—118 м (уртаса 61,2 м), ҡатламдарҙың ятыу тәрәнлеге 93 м тиклем. Ятҡылыҡты үҙләштереү ваҡытлыса туҡтатылған.

Көйөргәҙе Һ.к.я., Күмертауҙан көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1900 й. Д.М.Соколов тарафынан асыла. Миоцендың күмерле ҡатламына тура килә. Майҙаны 20 км2 (1,6—4 км2 майҙанлы 4 участка), ятыштың ҡалынлығы 50 м, ҡатламдарҙың ятыу тәрәнлеге 3—150 м. Ятҡылыҡты үҙләштереү ваҡытлыса туҡтатылған.

Көньяҡ Көйөргәҙе Һ.к.я., Күмертауҙан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1944 й. Андрианова һәм И.В.Орлов тарафынан асыла. Миоцендың күмерле ҡатламына тура килә. Майҙаны 9,6 км2 (1,75—4,75 км2 майҙанлы 5 участка), ятыштың ҡалынлығы 20 м тиклем (уртаса 9 м), ҡатламдарҙың ятыу тәрәнлеге 3—230 м. Ятҡылыҡты үҙләштереү ваҡытлыса туҡтатылған.

Маячный Һ.к.я., Күмертауҙан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1945 й. Пономаренко тарафынан асыла. Аҫҡы миоценға ҡараған көйөргәҙе свитаһының күмерле ҡатламына тура килә. Майҙаны 7 км2, ятыштың ҡалынлығы 1,7—10,4 м, ҡатламдарҙың ятыу тәрәнлеге 100 м тиклем. 1955—98 йй. “Башкируголь” ААЙ асыҡ ысул м‑н 88 м тәрәнлеккә тиклем үҙләштерә. 28950 мең т запас ҡалған.

Әҙәб.: Андрианова О.С., Кирюков В.В. Атлас углей Южно‑Уральского буроугольного бассейна. М., 1964.

В.Г.Шигарев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов